Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бөрйән районы 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһы майҙансыҡтарының береһе буласаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһы майҙансыҡтарының береһе итеп Бөрйән районы һайланған. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең «Здравницы» журналына биргән интервьюһында ошо хаҡта хәбәр итте.

– 2020 йылда Башҡортостан бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итә. Ошо ҙур халыҡ-ара традицион мәҙәниәт фестивале ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында уҙғарыла, – тип һөйләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә донъяның 60 иленән өс меңдән ашыу артист килә. Улар үҙҙәренең йыр-моңо, бейеүҙәре, халыҡ кәсептәре, аш-һыуы, милли кейемдәре һәм сәхнә сәнғәте менән таныштырасаҡ. Фольклориада майҙансыҡтарының береһе итеп Бөрйән районы һәм «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы һайланған.

Республика башлығы, әлеге ваҡытта район биләмәһендә «Бөрйән» туристик кластерын булдырыу башланған, тип билдәләне. «Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы уның нигеҙе булып тора.

– Хәҙер унда уникаль музей комплексы төҙөлә, асылда ул – 15-20 мең йыл элекке үҙенсәлекле һүрәттәр менән мәмерйәнең күсермәһе. Ошо  комплекс ата-бабаларыбыҙ донъяһына сумырға һәм шул уҡ ваҡытта мәмерйәгә кешелек факторының тәьҫирен кәметергә, уның экосистемаһын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Объекттың бөтә донъяға танылыу яулағанын иҫәпкә алып, беҙ халыҡ-ара туристар ағымын һиҙелерлек арттырырға ниәтләйбеҙ, шул иҫәптән тейешле инфраструктура булдырыу, отледәр төҙөү, төрлө йәйәүлеләр маршрутын һалыу иҫәбенә.

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, Бөрйән районы ла халыҡ кәсептәре күҙлегенән туристар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ.

– Бөрйән районының үҙенең хозур тәбиғәте һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенән тыш, башҡорт балы менән дә дан тотҡанын оноторға ярамай, –  тине Рөстәм Хәмитов. – Унда боронғо кәсеп – солоҡсолоҡ бөгөнгәсә һаҡланып ҡалған. Шул рәүешле борон башҡорттар ҡырағай бал ҡорттарынан бал алған. Халҡыбыҙҙың тарихы һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, шул иҫәптән ошондай кәсептәр туристарға ҡыҙыҡлы булыр, тип ышанам.

Интервьюның тулы тексы Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында баҫылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть