Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан шифаханаларын хосусилаштырыу инвесторҙарҙы йәлеп итергә ярҙам итәсәк – Рөстәм Хәмитов

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республика шифаханаларын хосусилаштырыу уларҙың инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең «Здравницы» журналына биргән интервьюһында ошо хаҡта белдерҙе.

Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, дәүләт унитар предприятиеларын – шифаханаларҙы акционерҙар йәмғиәттәре итеп үҙгәртеү йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.

– Шуның менән бергә шифаханалар һатылмай һәм шәхси ҡулдарға тапшырылмай, сөнки улар ветерандарҙы, инвалидтарҙы реабилитациялау, республика халҡын һауыҡтырыу йәһәтенән мөһим социаль функция үтәй, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Хосусилаштырыу яңы корпустар төҙөүгә, медицина хеҙмәттәре төрөн киңәйтеүгә аҡса һалырға әҙер инвесторҙары йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк, ошо учреждениеларҙың эш һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Республика башлығы, әлеге ваҡытта шифаханаларҙың береһендә 500 миллион һумға яҡын финанслау күләме менән 200 урынлыҡ ике яңы корпус төҙөү буйынса шәхси бизнес ҡатнашлығында ҙур инвестиция проекты тикшерелә, тип хәбәр итте.

Шифаханаларҙың инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген үҫтереүҙең башҡа алымдары иҫәбендә Рөстәм Хәмитов тармаҡҡа заманса юғары квалификациялы белгестәр йәлеп итеүҙе, шулай уҡ курорт маркетингын үҫтереүҙе атаны.

– Халыҡтың ихтыяжын иҫәпкә алып хеҙмәттәр төрөн киңәйтергә кәрәк. Кешеләрҙең күпселеге шифаханаға дауаланыуҙан тыш, ял итер өсөн дә килә. Шуға күрә һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл тапһын өсөн ял итеү һәм күңел асыу инфраструктураһын үҫтереү зарур, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Әммә былар иң мөһим йүнәлештән өҫтөнөрәк булырға тейеш түгел: уникаль тәбиғи дауалау факторҙары, һауыҡтырыу сифаты, табиптарҙың квалификацияһы, ялды ойоштороу кимәле йәһәтенән беҙҙең шифаханалар – илдә иң яҡшылары.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Һауыҡтырыу туризмы ассоциацияһы һәм RAEX рейтинг агентлығы («Эксперт РА») тәүге тапҡыр «Рәсәйҙең тәүге 100 шифаханаһы» рейтингын төҙөнө. Уға Башҡортостандағы ете шифахана-курорт ойошмаһы индерелгән. «Янғантау» ошо исемлектә беренсе баҫҡысты биләй. Бынан тыш, республика табыш күләме буйынса төбәктәр араһында дүртенсе урынды яуланы.

Интервьюның тулы тексы Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында баҫылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть