Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Республикала башҡорт телен һаҡлауға йүнәлтелгән хоҡуҡи ярҙам үҙәге асыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Ата-әсәләргә, уҡытыусыларға, мәктәп директорҙарына, муниципалитет хакимиәттәренең мәғариф бүлектәренә ярҙам күрһәтеү өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында хоҡуҡи ярҙам үҙәге асыла. Был хаҡта «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов хәбәр итте.

«Ошо үҙәктең тәү сираттағы бурысы — башҡорт телен дәүләт һәм туған тел булараҡ өйрәнеү мәсьәләләре буйынса консультациялар биреү, — тип асыҡлыҡ индерҙе йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе. — Квалификациялы юристар, мөрәжәғәт итеүселәрҙең теләге буйынса, тел сәйәсәте өлкәһендә халыҡтың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауға бәйле мәсьәләләр буйынса ойошмаға мөрәжәғәттәр, башҡорт телен өйрәнеүгә хоҡуҡты һаҡлауға бәйле ғаризалар, мөрәжәғәттәр, дәғүә ғаризаларын яҙырға ярҙам итәсәк».

Әмир Ишемғолов үҙәк республика биләмәһендәге белем биреү учреждениеларында тел именлегенә мониторинг алып барасағын билдәләне. Бынан тыш, үҙәктең эш һөҙөмтәләре буйынса «Башҡортостанда тел мөхите торошо тураһында» йәмәғәт докладын әҙерләү ҡаралған.

Ошо үҙәктең эшмәкәрлеген финанс яҡтан тәьмин итеү өсөн махсус фонд булдырыласаҡ. Был Башҡортостанда йәшәүселәргә үҙәктең хеҙмәттәре менән бушлай файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк. Хоҡуҡи ярҙам үҙәгенә түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 3, 101-се бүлмә. Телефон: 8 (347) 246-30-42.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть