Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

22 сентябрь — Автомобилдән баш тартыу көнө

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

22 сентябрҙә «Автомобилһеҙ бер көн» акцияһы уҙғарыла. Башҡортостандың Экология министрлығы атмосфера һауаһын һаҡлауға өлөш индерергә һәм уға ҡушылырға саҡыра. Әлеге акцияны ойоштороу идеяһын 1997 йылда Англияла тәҡдим иткәндәр. Дүрт йылдан ошо хәрәкәткә 35 ил ҡушылған.

Башҡортостандың баш ҡалаһы ла донъяла велосипедҡа күсеү йүнәлешен хуплай. 2015 йылдан Өфөлә майҙың өсөнсө йомаһында һәм 22 сентябрҙә «Эшкә велосипед менән» акцияһы үтә. «Һәр саҡ 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдерә. Велосипедта йөрөүҙе популярлаштырыу өсөн ҡалала биҫтәләр эсендә генә түгел, райондар араһында ла велосипед юлдары дөрөҫ һалынырға тейеш. Шулай уҡ велопарковкалар, кейемде алмаштырырға мөмкин булған урындар кәрәк. Әгәр велосипедта йөрөү өсөн шарттар булдырылһа, кешеләр уның менән әүҙемерәк файҙаланыр, юлдарҙа транспорт та аҙыраҡ булыр ине», — тип иҫәпләй акцияның кураторы Артур Бикмөхәмәтов.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә автомобилдәрҙән сыҡҡан төтөн бысратыусы матдәләрҙең дөйөм күләменән 35 процент тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть