Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡариҙел районында балалар баҡсаһы менән берләштерелгән мәктәп төҙөлөшө тергеҙелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Ҡариҙел районы Абыҙ ауылындағы мәктәпте былтыр һала башлағайнылар, ләкин ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында төҙөлөш туҡтатылды. Ҡабаттан үткәрелгән аукциондан һуң район хакимиәте ошо объект өсөн яңы подрядсыны – «Геострой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен һайланы. Әлеге мәлдә объектҡа техника һәм төҙөлөш материалдары килтерелгән.

«2017 йылдың аҙағына тиклем подрядсы ошо төҙөлөштә яҡынса 70 миллион һумды үҙләштерергә тейеш. Киләһе уҡыу йылы башланғансы балалар баҡсаһы менән берләштерелгән 108 урынлыҡ мәктәпте файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына муниципалитетта.

Һуңғы бер нисә йылда Абыҙ ауылында халыҡтың артыуы күҙәтелә, шуға күрә яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы бик кәрәк. Әлегә уҡыусыларға иртә һайын район үҙәгендәге мәктәпкә тиклем алыҫ араны үтергә тура килә.

Белем биреү комплексының хаҡы һәм уны кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыу республика ҡаҙнаһына 200 миллион һумдан ашыуға төшәсәк. Аҡса «Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект» проекты сиктәрендә бүленгән, тип өҫтәнеләр Ҡариҙел районы хакимиәтендә.

Теги: төҙөлөш
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть