Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөнән бер юлы өс һылыуҡай «Мисс Офис-2017» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсының ярымфиналына сыҡты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Өфө ҡыҙҙары Анастасия Яковлева, Лилиә Ғибәҙуллина һәм Аймара Әхмәҙиева «Мисс Офис-2017» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсының ярымфиналына сыҡты. Әле конкурстың сайтында интернет аша тауыш биреү бара, һуңынан уның һөҙөмтәләре буйынса финалсылар билдәләнә.

Өфөлә һәм Башҡортостанда йәшәүселәр 2017 йылдың 15 октябренә тиклем тәүлегенә бер тапҡыр ошо ҡыҙҙар өсөн тауыш бирә ала. 16 октябрҙә финалға сыҡҡан ҡыҙҙарҙың исемдәре иғлан ителә. Төп бүләк – бер миллион һум.

1 декабргә билдәләнгән йомғаҡлау сараһында тамашасыларҙы Яңы йыл алды шоуы: Рәсәйҙән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән сибәр офис хеҙмәткәрҙәренең дефилеһы, илебеҙ дизайнерҙары коллекцияһы, эстрада йондоҙҙарының сығышы көтә.

Гүзәллек конкурсы еңеүсеһе «Мисс Офис» титулын аласаҡ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть