Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡорт балы Мәскәүҙә фермер ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә тәҡдим ителгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Мәскәүҙәге дәүләт универсаль магазинында ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе — фермерҙар етештергән аҙыҡ-түлек йәрминкәһе асылды. Ул — «Алтын көҙ» фестивале майҙансыҡтарының береһе. Рәсәйҙәге иң яҡшы фермер продукцияһы иҫәбендә Башҡортостан умарталыҡтарында йыйылған татлы ризыҡ та бар. Йәрминкәлә ҡатнашыусылар ентекле һайлап алынған, бында иң яҡшылар ғына үҙҙәренең аҙыҡ-түлеген тәҡдим итә.

Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Аркадий Дворкович йәрминкәгә килгән фермерҙарҙың ҙур уңыш күрһәтеүҙәрен билдәләне. «Беҙ сифатлы аҙыҡ-түлек етештерергә өйрәндек. Әлбиттә, улар әлегә һәр фермерҙа күп түгел, ләкин үҙ-үҙеңде тәьмин итеү өсөн етәрлек».

Ауыл хужалығы министры Александр Ткачев һүҙҙәренсә, күргәҙмәлә илебеҙҙең бөтә төбәктәренән тиерлек фермерҙар ҡатнаша.

Йәрминкәгә Воронеж һәм Тула өлкәләренән ит деликатестары, Байкалдан, Алыҫ Көнсығыштан һәм Яҡутстандан балыҡ, Башҡортостандан һәм Алтайҙан бал, Кострома, Тверь һәм Мәскәү өлкәләренән сыр, Владимир өлкәһенән һәм Себер төбәктәренән сәй, шифалы эсемлектәр килтерелгән. Фермерҙар йәшелсә һәм еләк-емеш тәҡдим итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть