Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә «әбейҙәр сыуағы» тамамланды. Бөгөн ямғырлы буласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Республикала «әбейҙәр сыуағы» тамамланды, ул тап бер аҙна дауам итте. Ысын мәғәнәһендә көҙгә аяҡ баҫабыҙ. Ошо осорҙа һауа температураһы көндөҙ +21, +28 градус булды, 19 сентябрҙә иһә республиканың көнбайышында термометр бағанаһы 30 градусты күрһәтте. 21 сентябрҙән Уралға төньяҡ ағым менән арктик һауа массаһы үтеп инә башланы, был алдағы көндәрҙә температураның түбәнәйеүенә килтерәсәк. Аҙна аҙағына тиклем һауа температураһы төндә +2,+7 градус, аяҙытҡанда 0,-3 градусҡа тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшәсәк, көндөҙ +7,+13 градус. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге фаразы буйынса, сентябрҙең өсөнсө декадаһында уртаса һауа температураһының норманан 1-2 градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә (норма +8,0 градус).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть