Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Азия көйҙәре һәм ритмдары» фестивале үтәсәк

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Азия көйҙәре һәм ритмдары» милли мәҙәниәттәр фестивале үтәсәк. Сара 28 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры алдындағы майҙанда уҙа.

Байрамда милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, үҙешмәкәр художество коллективтары, юғары һәм урта махсус белем биреү йорттары студенттары ҡатнашасаҡ. Байрам киске сәғәт 5-тә башлана.

Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть