Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала 20 кеше бәшмәк менән ағыуланған

Йәмғиәт

?Ф?, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

2017 йыл башынан Башҡортостанда 20 кеше ҡырағай үҫеүсе бәшмәк менән ағыуланған. Билдәһеҙ һәм ашарға яраҡлыға оҡшаған бәшмәктәрҙе ашау ағыуланыу сәбәбе булған. Иң йыш ағыуланыу осраҡтары Өфөлә һәм Өфө районында теркәлгән, тип мәғлүмәт килтерҙеләр Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор хеҙмәтендә.

2016 йылда 41 кеше ағыуланған.

Төп бәшмәк менән ағыуланыу билдәләре уларҙы ашағандан һуң 1,5-2 сәғәттән барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ул иһә баш ауыртыу, күңел болғаныу, ҡоҫоу, тәүлегенә 10-15 тапҡырға ҡәҙәр эс китеү (диарея) менән ныҡ итеп эс ауыртыу.

Тик таныш булған һәм юлдан, магистралдәрҙән, тораҡ пункттарынан алыҫ ятҡан урындарҙан ғына бәшмәк йыйырға мөмкин, тип иҫкәрттеләр ведомствола. Иң яҡшыһы бәшмәкте кәрзингә йыйыу – уларҙа яңы килеш оҙағыраҡ һаҡлана. Бәшмәкте һабағы менән киҫеп алырға кәрәк. Бәшмәктәрҙе оҙаҡ һаҡларға ярамай, ямғырлы һәм еүеш көндө улар тиҙерәк боҙола. Эшкәртелмәгән бәшмәктәрҙе бер нисә сәғәт дауамында һыуытҡыста йәки һалҡын урында һаҡларға мөмкин.

Бәшмәктәрҙе һигеҙ йәшкә тиклемге балаларға бирергә ярамай, оло йәштәгеләргә, йөклө һәм имеҙеүсе ҡатындарға ла кәңәш ителмәй. Ағыуланыу билдәләре булғанда шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть