Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигының һәйкәле емерелгән

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы, БАССР-ҙың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың һәйкәле емерелгән. Мәжит Ғафури исемендәге парктан постамент фотоларын социаль селтәр менән ҡулланыусылар һалған. Алдан постаментта яҙыусының бюсы булған, уны, кешеләр һөйләүенсә, бер нисә йыл элек реставрацияға тип алғандар. Постамент емерелә, яҙыуы юйыла башлаған, эргә-тирәһе ҡаралмаған һәм сүп-сар менән тулған.

Мәжит Ғафури исемендәге парк Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылында – яҙыусының тыуған төйәгендә иҫтәлекле урындарҙың береһе булып һанала. Парк ҡапҡаһын «Шағир йәшәй беҙҙең йөрәктә» тигән яҙыу биҙәй. Ял итеү урыны ҙур популярлыҡ менән файҙалана, күп кенә кешеләр бында таҙа һыу алырға килә.

«Был бит беҙҙең классик, бөйөк шәхес. Һәйкәл хур ителгән – бюсы юҡ, постамент ярылып бөткән, был мыҫҡыл итеү бит! Бына шулай беҙҙең балалар деградацияға бирелә, әхлаҡлылыҡ булмаясаҡ», — тип фекерен белдерә Өфөнән Әлфиә Йосопова. Сағыштырыу өсөн ул «Башинформ» агентлығына һәйкәлдең элекке фотоларын ебәрҙе.

Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть