Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфө «Император маршруты» туристик брендының бер өлөшө буласаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө «Император маршруты» яңы ҙур туристик брендының бер өлөшө буласаҡ. Ошо көндәрҙә Рәсәй Мәҙәниәт министрлығында проект менән таныштырыу булды.

Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫары Алла Манилованың һүҙҙәренсә, бындай төрҙәге һуңғы проект – ул күп йылдар элек ойошторолған «Рәсәйҙең Алтын Ҡулсаһы».

Министр урынбаҫары һөйләүенсә, «Император маршруты» берҙәм бренды аҫтында «бер төркөм төбәк-ара һәм төбәк туристик продукттар» күҙ уңында тотола, уларҙың бер өлөшө Рәсәй төбәктәрендә һатыла ла инде.

Проектты киләһе йылдың йәйенә, 1918 йылдың июлендә батша ғаиләһенең үлеменә йөҙ йыл тулыуға башлап ебәреү күҙаллана. Баштан уҡ машрутҡа һуңғы император ғаиләһенең фажиғәле үлеме менән бәйле урындар – Мәскәү, Санкт-Петербург, Царское Село, Вятка, Пермь, Екатеринбург, Алапаевск, Тобольск, Төмән, Омск инәсәк.

Артабан маршрутҡа император һәм уның ғаилә ағзалары булған урындар – Калуга, Орел, Калининград, Түбәнге Новгород, Вологда, Ҡазан, Сыктывкар, Өфө, Тверь һәм Ҡырым ҡушыласаҡ.

Теги: туризм
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть