Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан биш йылда 700-ҙән ашыу ватандашын ҡабул итәсәк – Рәсәй Хөкүмәте

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан биш йылда 700-ҙән ашыу ватандашын ҡабул итәсәк. Рәсәй Хөкүмәте сит илдә йәшәүсе ватандаштарыбыҙҙы үҙ ирке менән күсеүгә булышлыҡ итеү буйынса республика программаһын раҫланы. Һаулыҡ һаҡлау һәм медицина фәндәре өлкәһендә мәшғүл белгестәрҙе, шулай уҡ ошо йүнәлештәр буйынса белем алыусы студенттарҙы күсереүгә өҫтөнлөк ҡарала. Был турала Министрҙар кабинеты сайтында хәбәр ителә.

Ҡул ҡуйылған бойороҡ менән «Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү» дәүләт программаһының «Башҡортостан Республикаһына сит илдә йәшәүсе ватандаштарыбыҙға үҙ ирке менән күсеүгә булышлыҡ итеү» ярҙамсы программаһы проекты тура килтерелә.

Төбәк программаһын ғәмәлгә ашырыу 2017-2021 йылдарҙа республикаға 700-ҙән ашыу ватандашты күсерергә ярҙам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть