Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә атайҙар конференцияһы үтәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

«Өлгөлө атай. Ниндәй ул?» темаһына традицион конференция Өфөлә 26 сентябрҙә «Орион» ижад йортонда үтә.

Фекер алышыуға ғаиләне нығытыуҙа атайҙарҙың роле тураһындағы һорауҙар, ғаилә именлеге темалары сығарыласаҡ. Форумдың ҡунаҡтары – профессиональ психологтар һәм ғилми белгестәр сарала ҡатнашыусыларға ғаиләлә аһәңле мөнәсәбәттәр төҙөү ҡоралдары хаҡында һөйләйәсәк, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ҡайтарасаҡ.

Өфөнөң Дим районында 1999 йылда ойошторолған «Аңлы ата-әсәлек мәктәбе» сараның ойоштороусыһы булып сығыш яһай. Район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, эш сиктәрендә «Мәктәп» даими рәүештә төрлө граждандар категориялары менән конференциялар уҙғара. Ошо осрашыуҙарҙың маҡсаты бер үк – ул аталыҡтың абруйын һәм ғаиләне нығытыу.

Сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Конференция киске 7-се яртыла башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть