Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика әҙәбиәтселәрен Ялтала «Чехов көҙө» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашырға саҡыралар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостан әҙәбиәтселәрен һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен Ҡырым Республикаһы Хөкүмәте булышлығында ойошторолған «Чехов көҙө – 2017» VIII халыҡ-ара әҙәбиәт фестивалендә ҡатнашырға саҡыралар.

Фестиваль быйыл 28-29 октябрҙә Антон Павлович Чехов йәшәгән һәм эшләгән ерҙәрҙә, Ялта ҡалаһында үтә. Программала алты номинация: шиғри конкурс, «Ҡырым илһамы» бер шиғыр конкурсы, шағир-маринистар конкурсы, автор йыры конкурсы, хәрби автор йыры конкурсы, «Чехов мотивтары» ситтән әҙәби конкурс, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар сәғәте, фестивалдә ҡатнашыусы баҫмаларҙың күргәҙмәһе, мәҙәни һәм экскурсия программаһы. Жюри эшенә абруйлы ҡунаҡтар сифатында Рәсәйҙең күренекле яҙыусылары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған.

Фестивалдә уҙғарыу тураһындағы мәғлүмәт сара сайтында урынлаштырылған.

«Чехов көҙө» Ҡырым Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бүлгән субсидиялар иҫәбенә үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть