Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан депутаттары беренсе уҡыуҙа өлөшсөләрҙе яҡлаусы закон ҡабул итте

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон ҡабул итте. Парламентарийҙарҙың күпселеге хуплаған закон проекты «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә күп фатирлы йорттар төҙөү буйынса төҙөүселәрҙең ( заказсыларҙың) бурыстарын үтәмәү һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса саралар тураһында»ғы һәм «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы республика закондарына төҙәтмәләрҙе күҙ уңында тота.

Яңы закон алданған өлөшсөләргә ҡаҙнанан аҡсаны тотонмайынса ярҙам итергә мөмкинлек бирәсәк. Зыян күргәндәрҙе ҙур инвестиция проекттары сиктәрендә төҙөлгән йорттарға күсереү күҙаллана. Ошондай проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ер һатыуһыҙ бүленәсәк, ә төҙөүсе-инвестор, үҙ сиратында, алданған өлөшсөләргә йорттар участкаһында төҙөлгән дөйөм майҙандарҙың 10 процентын бирәсәк. Быға оҡшаш закондар бер төркөм Рәсәй төбәктәрендә ҡабул ителгән.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтовтың һүҙҙәренсә, бөгөн Башҡортостанда 29 проблемалы майҙансыҡ иҫәпләнә. Һигеҙенең проблемаһын ошо законды ҡабул иткән осраҡта ғына хәл итергә мөмкин.

«18 октябргә ҡәҙәр закондар башланғысы субъекттары үҙ төҙәтмәләрен индерә ала, һуңынан Комитет сираттан тыш ултырыш уҙғарасаҡ, — тип аңлатма бирҙе «Башинформ» агентлығына Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты рәйесе Елена Родина. — Барыһы ла уңышлы барғанда закон проектын октябрь айында ҡарарға әҙер булабыҙ. Башҡарыу хәүефе асыҡланған осраҡта был һорауҙы ҡалдырып торасаҡбыҙ. Шул уҡ ваҡытта әйтеп үтәһем килә, бөгөндән уҡ Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты бер уҡ ваҡытта инвесторҙар эҙләү буйынса эш алып бара. Шарттар билдәләнгән, аҙым яһалған һәм старт бирелгән, һис шикһеҙ, закон проекты ҡабул ителәсәк. Хәҙер төп бурыс – инвесторҙар табыу».

Закон проекты буласаҡ инвесторҙарға ҡаты талаптар ҡуя. Әммә яңы схема буйынса эшләргә теләүселәр табылмаҫ тип хәүефләнергә кәрәкмәй, тип иҫәпләй республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

«Законды ҡабул иткән осраҡта хәҙер төҙөлөш өсөн ер алыу менән ҡыйынлыҡтар кисергән инвесторҙар табылыр тип ышанам. Белгестәрҙең баһаһы буйынса, республикала тәҡдим ителгән ҡағиҙәләр буйынса уйнарға әҙер 7-8 эре төҙөүсе иҫәпләнә, — тип билдәләне Константин Толкачев. — Ошо закон проектын ҡабул итеү төҙөүселәрҙең хоҡуҡһыҙ хәрәкәттәренән зыян күргән граждандарға ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Был йәй Дәүләт Думаһы ҡабул иткән, әммә бөтә көсөнә бер йылдан ғына эшләй башлаясаҡ компенсация фонды тураһындағы закон ошондай төҙөүселәргә таралмай. Федераль закон яңы алданған өлөшсөләрҙе булдырмауға йүнәлтелгән, тик әлегеләрҙең проблемаһын хәл итмәй. Был һорауҙы хәл итеүҙе төбәк кимәлендә үҙебеҙгә алабыҙ».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть