Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ике йыл элек юғалған Вадим Классендың эҙенә төшкәндәр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда ике йыл элек юғалған Вадим Классендың эҙенә төшкәндәр. 30 йәшлек егет 2015 йылдың июнендә Белорет районында Инйәр тештәре һыртына поход мәлендә серле шарттарҙа юғалғайны. Маршрут буйлап барған туристар һүҙгә килешә һәм Вадим, аяғын өйкәтеп, төркөмдән тороп ҡала. Иптәштәре ҡалаға унһыҙ ғына ҡайта. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм йәмәғәтселәр алып барған эҙләү эштәре әлегә тиклем һөҙөмтә бирмәне. Вадимдың кәүҙәһе лә, әйберҙәре лә табылманы. Ләкин ата-әсә улдарының тере булыуына өмөтөн өҙмәй, һәм быйыл уны эҙләү өсөн шәхси детектив Нурсил Ждановты яллағандар.

Әле детектив Благовар районында, йәй көнө унда урындағы халыҡ Вадимға оҡшаған егетте күреп ҡалған.

«Мин бында шаһиттар менән һөйләшеү өсөн махсус рәүештә килдем. Ике кеше уның тап Вадим Классен икәнлеген раҫланы, яңыраҡ егетте НТВ эфирында күреүҙәрен дә әйтте. Тап 15 сентябрҙә телеканалда Вадимды эҙләү эшенең дауам итеүе хаҡында сюжет һәм уның фотоһын күрһәткәйнеләр. Тағы дүрт кеше Вадимға оҡшаған егеттең — иңбашына туристик рюкзак аҫҡан, сланцы кейгән — бесәнлектә эшләгән кешеләр янына килеп, ярҙамлашырға тәҡдим итеүен дәлилләне. Уларға ярҙам кәрәкмәгәс, йәш кеше яҡындағы станцияға нисек барырға кәрәклеген һораған. Бесәнселәр 1444 саҡрым йәки «Казарма» станцияһын күрһәткәс, шунда юл тотҡан. Был хәл 23 июлдә булған. Бынан алдараҡ рюкзак аҫып, тимер юл буйлап китеп барған егетте Берештамаҡта ла күргәндәр. Ләкин бында ошо мәғлүмәтте раҫлаған кешене тапманым, — тип һөйләне Нурсил Жданов. — Бынан тыш, мин 2015 йылда Берештамаҡ янындағы урманда кешенең баш һөйәген тапҡандарын асыҡланым. Ләкин полицияға яҙған ғаризамды бер кем дә иғтибарға алманы, ә ул ваҡытта Вадимды эҙләү буйынса күләмле эштәр алып барылды. Өҫтәүенә полицейскийҙар кисә генә бында килде, һәм, әлбиттә, бер нәмә лә тапманы. Мин ошо факттар менән республиканың Эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт иттем. Тиҙҙән уны эҙләү эштәрен тергеҙеү буйынса яңы мәғлүмәт таратылыр, тип уйлайым. Бынан тыш, ошо эш Мәскәүгә тикшереүгә ебәрелгән».

Нурсил Жданов фекеренсә, Вадим Классен иҫән, төрлө факттар ҙа быны раҫлай. Вадим юғалғас та кемдер уның аккаунтына ингән, паролде ул үҙе генә белә ине, ти ата-әсәһе. Икенсенән, егеттең кәүҙәһе табылмаған, өсөнсөнән, Благовар районында тап Вадимды күреүҙәрен раҫлаған кешеләр бар. «Әлбиттә, ошо ваҡыт эсендә уның алыҫҡа, хатта республиканан ситкә лә сығып китеүе ихтимал. Ирекмәндәрҙең ярҙамы бында бик урынлы булыр ине. Мин артабан да урындағы халыҡтан һорашырға һәм уның ҡайҙа китә алыуын асыҡларға йыйынам», — тип өҫтәне детектив.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть