Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала йәшәүселәр башҡорт телен өйрәнеү буйынса тәҡдимдәрен электрон почтаның адресына ебәрә ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостанда йәшәүселәр башҡорт телен өйрәнеү буйынса тәҡдимдәрен һәм уй-фекерҙәрен kurultay-ufa@mail.ru электрон почтаһына ебәрә ала.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов һүҙҙәренсә, ошо электрон почтаға килгән бөтә тәҡдимдәр башҡорт дәүләт телен һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһы проектын әҙерләгәндә иғтибарға алынасаҡ.

«Ошо тәҡдимдәрҙе Йәмәғәт палатаһы кимәлендә тикшереү һәм һуңынан шуларҙың иң яҡшыларын яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Указы буйынса булдырылған телдәргә булышлыҡ итеү фондынан финанслауға тәҡдим итеү ҡаралған», — тип билдәләне Башҡорт ҡоролтайы етәксеһе.

Шулай уҡ ҡарағыҙ:

«Башҡортостандағы халыҡтар һөйләшкән телдәрҙе айыра беләһегеҙме?» уйыны

«Телем минең – дуҫым минең» лонгриды

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть