Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә ҡырау төшә: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 22 сентябрҙән 23-нә тиклем төндә республикала урыны менән тупраҡта 0, -3 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе көтөлә. Шуға бәйле Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртә.

Ведомствола һыуыҡтар башланыу менән йорттарҙа, социаль-мәҙәни һәм көнкүреш тәғәйенләнешендәге биналарҙа янғын сығыу ихтималлығының артыуы хаҡында хәбәр итәләр. Ҡағиҙә булараҡ, был ваҡытта күптәр электр йылытыу приборҙары менән ҡуллана, мейес яға. Бынан тыш, ауыл хужалығы культураларына хәүеф янауы ихтимал.

Өйҙән сыҡҡанда тәҙрәләрҙе, балкондың ишеген ябығыҙ, электр приборҙарын тоҡандырылған килеш ҡалдырмағыҙ. Төҙөк булмаған электр приборҙарын файҙаланмағыҙ, тип иҫкә төшөрәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть