Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан депутаттары бюджетҡа төҙәтмәләрҙе ҡарай

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы асылды. Ултырыштың көн тәртибенә 30-ҙән ашыу мәсьәлә индерелгән,16-һы республика закон проекттарын тикшереү менән бәйле. Шуларҙың күпселеге тәүге уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим ителгән.

Депутаттар республиканың быйылғы бюджетына төҙәтмәләр индерергә ниәтләй. Республика ҡаҙнаһына үҙгәрештәр индереү зарурлығы ойошмаларҙың табышына һалым буйынса килем өлөшөнөң, һыраға акциздарҙың, түләүле хеҙмәттәр күрһәтеүҙән алынған килемдәрҙең, административ түләүҙәр һәм йыйымдарҙың артыуына, федераль ҡаҙнанан һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан бушлай керемдәр алыуға бәйле килеп тыуҙы. Ағымдағы йылға республика килемдәренең артыуы — 1,568 миллиард һум, сығымдарҙың иһә 2,167 миллиард тәшкил итәсәк.

Депутаттар беренсе уҡыуҙа ата-әсәләргә балаһына исем һайлағанда һандарҙы, хәрефле-һанлы билдәләрҙе, һүгенеү һүҙҙәрен, төрлө дәрәжәләрҙе, титулдарҙы файҙаланыуҙы тыйыу тураһында закон проектын ҡарарға йыйына.

Пленар ултырышта шулай уҡ ике республика парламенты ҡарары проектын, туғыҙ федераль закон проектын һәм айырым суд участкаларына мировой судья вазифаларына бер нисә кандидат тәғәйенләүҙе тикшереү ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть