Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Журналист һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитовтың сираттағы китабы баҫылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

«Алтындан алдын мәсьәлә» тип аталған был яңы йыйынтыҡта авторҙың ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади, мәҙәни, әҙәби, әхләҡи һәм башҡа өлкәләр буйынса һуңғы осорҙағы радио аша сығыштары, матбуғатта баҫылған мәҡәләләре, журналистика һөнәре, тел тураһындағы үҙенсәлекле фекерҙәре, төрлө киң мәғлүмәт сараларына үҙе биргән интервьюлары, замандаштары тураһында әйткәндәре, хикмәтле хикәйәләре, Интернет-көндәлегенән һайланма яҙмалары тупланған.

Журналистикаға арналған бүлек «Йәнемә ғәзиз донъя» тигән дөйөм баш менән бирелгән. Унда журналист булып был шәп һөнәрҙе бөтә йөрәге менән яратҡандар, быны донъя көтөү өсөн ябай аҡса эшләү урыны тип кенә күрмәгәндәр, тәбиғәттән тел тойғололар, ил тойғололар, һүҙҙең бөйөклөгөн баһалағандар, әүеш-тәүеш менән генә шөғөлләнмәгәндәр, ысын мәғәнәһендә ижади йәндәр эшләргә тейешлегенә баҫым яһала, практик кәңәштәр бирелә, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар бәйәнләнә.

Бүлектәрҙең күпселек өлөшөндә телмәр күркәмлеге данлана, бөгөнгө тормош күренештәренә таянып, уның мәңге баһалап бөткөһөҙ бөйөк хазина икәнлеге өҫтәмә раҫлана. «Күркәм телмәр һәр кемгә кәрәк. Замандашыбыҙҙың бай, иркен, ләкин ипле һөйләшеүе уға ҙур хөрмәт уята, – тиелә. – Һәр һүҙ яуаплы ҡулланылһа, бар хәреф, һәммә тыныш билдәһе үҙенең генә урынында торһа ине. Һүҙҙәр кәм булһын, кәм булһа ла тәм булһын. Улар кешеләр менән бергә генә, улар хәстәрендә генә йәшәй. Һүҙҙәрҙең үҙенсә генә типкән йөрәге, ҡыуана, бошона белгән күңеле барҙай... »

Китап «Башакадемкнига» магазинында һатыла.

Рәсүл Сәғитов – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республика Хөкүмәтенең Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, Журналистар, Яҙыусылар союздары, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы. «Юлдаш» радиоһының ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе булып эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть