Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикалағы мәктәптә янғын: 200-ҙән ашыу кеше эвакуацияланған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Бөгөн иртән янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте диспетчерына Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылындағы мәктәптең подвалында ут тоҡаныу хаҡында хәбәр килде. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнгә тиклем мәктәптән 201 кеше эвакуацияланған. «Башинформ» агентлығына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булғандар һәм йәрәхәтләнгәндәр юҡ.

Асыҡланыуынса, мәктәп подвалындағы янғын щитында ҡыҫҡа замыкание булған.

Ваҡиға урынына 19 янғын һүндереүсе һәм туғыҙ берәмек техника йәлеп ителгән.

Теги: янғын
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть