Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Приставтар республикала йәшәгән бер ҡатындың фатирынан 40-тан ашыу этте сығарған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Приставтар Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгән бер ҡатындың фатирынан 40-тан ашыу этте сығарған, тип хәбәр итә Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы.

Судҡа ғариза менән эт яратыусының күршеләре мөрәжәғәт иткән. Улар түҙеп торғоһоҙ еҫтән һәм аҡбайҙарҙың өрөүенән ялҡҡан. Суд ҡатынға торлаҡты эттәрҙән бушатырға һәм өйҙө тейешле хәлгә килтерергә ҡушҡан. Ләкин ул судтың ҡарарын үтәүҙән баш тартҡан, фатирына бер кемде лә индермәгән.

Суд приставтары ветеринария хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре, йәнлектәрҙе яҡлау ойошмаһы вәкилдәре менән бергә фатирға үтеп инә алған һәм бөтә хайуандарҙы эттәр приютына тапшырған. Күптәре дауалап булмаҫлыҡ сирле, эттәргә тәү сиратта тейешле медицина ярҙамы күрһәтелгән.

Баҡтиһәң, тәүҙә ҡатын эйәһеҙ эттәрҙе ашатып йөрөгән, һуңынан бер нисәһен үҙенә алған. Эттәрҙе тышҡа алып сыҡмаған — улар хәжәттәрен фатирҙа үтәгән. Эттәр подъездағы баҫҡыстар майҙансығын бысратып бөтөргән. Ошондай күп йәнлектәр йәшәгәндән һуң һаҫыҡ еҫтән тиҙ генә ҡотолоу мөмкин булмаҫтыр, моғайын.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть