Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Бөтә донъя Фольклориадаһын уҙғарыу өсөн яуаплылар билдәләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда 2020 йылда IV Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу өсөн яуаплылар билдәләнде. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, Республика ойоштороу комитетының бер нисә эшсе төркөмө булдырылды. Мәҙәни программаларҙы ойоштороуға Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова яуаплы. Төркөмдә шулай уҡ Поленов исемендәге Рәсәй ижад йорто директоры Тамара Пуртова, Башҡорт дәүләт филармонияһы етәксеһе Айҙар Зөбәйҙуллин, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков. Сараны финанс яҡтан тәьмин итеү өсөн мәҙәниәт министры урынбаҫары Айгөл Хәсәнова яуаплы.

Сараны уҙғарыу урынын әҙерләү һәм ҡатнашыусыларҙы урынлаштырыу, транспорт, хужалыҡ һәм матди-техник тәьминәте, волонтерҙар хәрәкәте өсөн республика министры Руслан Мирсаяпов етәкләгән бер нисә эшсе төркөм яуаплы.

Йәмәғәт именлеген тәьмин итеү менән – Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары Алексей Касьянов, ҡатнашыусыларҙы туҡландырыуҙы ойоштороу менән – Сауҙа һәм эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе – Гүзәл Аҫылова, сараны медицина йәһәтенән тәьмин итеү менән – республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бәкиров шөғөлләнәсәк.

Медиатәьминәт эше Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары етәксеһе Борис Мелкоедов етәкләгән эшсе төркөмгә йөкмәтелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть