Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Мосолмандар Һижри йыл иҫәбе буйынса Яңы йылды билдәләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Изге Мөхәррәм айының тәүге көнөндә Һижри йыл иҫәбе буйынса Яңы йыл башлана. Был көн мосолман байрамдары исемлегенә индерелмәгән һәм күп кенә мосолман илдәрендә Яңы йылды донъяуи аңлауҙағы кеүек байрам сифатында билдәләмәйҙәр, тип хәбәр ителә календ.ру сайтында.

Был көндө мәсеттәрҙә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең 622 йылда Мәккәнән Мәҙинәгә күсеүенә арналған хәҙистәр уҡыла. Был дата мосолман календарының башы, ә Мөхәррәм айы мосолман календарының тәүге айы булып һанала. Кеше тәүге айҙы нисек уҙғарһа, ҡалған 12 айы ла шулай үтәсәк, тип иҫәпләнә. Мөхәррәм айы – Аллаһ бәхәс, ҡанлы үс алыу, һуғыш һәм шуға оҡшаш ғауға-низағтарҙы айырыуса тыйған дүрт айҙың береһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть