Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Синоптиктар Башҡортостанда ҡыштың нисек килерен хәбәр итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Синоптиктар иҫәпләүенсә, Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында һәм Урал федераль округында ҡыштың тәүге яртыһы былтырғыға ҡарағанда йылыраҡ булыуы көтөлә. Башгидромет һауа торошона фараздарҙы баҫтырып сығарҙы.

Башҡортостан буйынса ла фараздар әйтелгән. Мәҫәлән, октябрҙә температураның норманан 2,5 градусҡа юғары, ноябрҙең иһә уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙән 5 градусҡа һалҡыныраҡ булыуы көтөлә. Декабрҙә, ғинуарҙа һәм февралдә температура норманан -11, -14,8 градусҡа юғарыраҡ тәшкил итәсәк.

Синоптиктар билдәләүенсә, һуңғы 17 йылда Рәсәй Гидрометүҙәгенең йылытыу миҙгеленә биргән температура режимы фараздары яҡынса 58-81 процентҡа аҡланған. Был  мәғлүмәт уны энергетика, транспорт, ауыл хужалығы мәнфәғәттәрендә тәбиғи характерҙағы ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыу хәүефен баһалау өсөн федераль башҡарма власть органдарының файҙаланыуына йүнәлтелгән.

2017-2018 йылдарҙағы ҡышҡы осорҙа һауа торошона фаразды айлыҡ, декада һәм ҡыҫҡа ваҡытлы фараздар менән тулыландырыу күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть