Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Башкортостан» киностудияһы етәксеһе вазифаһын башҡарыуға конкурс иғлан ителгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы «Башкортостан» киностудияһы» дәүләт унитар предприятиеһы етәксеһе вазифаһын башҡарыуға конкурс иғлан итте. Ғаризалар 23 октябргә ҡәҙәр ҡабул ителә, 30 октябргә йомғаҡ яһау билдәләнгән. Тест һынауҙарын уңышлы үткән һәм иң яҡшы предприятие эшмәкәрлеге һәм уны үҫтереү программаһын тәҡдим итеүсе конкурста ҡатнашыусы еңеүсе тип иғлан ителә.

Документта билдәләүенсә, киностудия тәүге ярты йыллыҡта 5,21 миллион һумлыҡ табыш алған. Сығымдар 6,5 миллион тәшкил иткән. Предприятие 60,3 миллион һум күләмендәге сараларға эйә һәм унда 57 хеҙмәткәр иҫәпләнә.

Һуңғы биш йылда киностудия менән Азамат Хужәхмәтов етәкселек итте. Кинематографист аңлатыуынса, уның килешеү ваҡыты аҙағына яҡынлаша, ул да юридик берәмектең үҙгәртеп ҡоролоуы – дәүләт унитар предприятиеһы дәүләт автономлы учреждениеһына үҙгәртелеүе сәбәпле уҙғарылған конкурста ҡатнашырға йыйына.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть