Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөләр Рәсәйҙең медицина менән иң ҡәнәғәт граждандары иҫәбенә инде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфө – алған медицина хеҙмәттәренең менән сифаты менән башҡаларҙан ҡәнәғәтлерәк халыҡ йәшәгән ун ҡала иҫәбендә. Был турала Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре дәлилләй.

Һәр ҡалала кәмендә 400 кешенән һорау алынған. Үҙ ҡалаһында медицина хеҙмәтләндереү сифаты менән тулыһынса йәки күбеһенсә ҡәнәғәт булғандарҙың өлөшө 47 процент тәшкил итә. Шәхси ҡәнәғәт булыу кимәле юғарыраҡ – респонденттарҙың 65 проценты алған медицина хеҙмәтенең сифаты менән ҡәнәғәт, тип мәғлүмәт килтерә «Медвестник» порталы.

Дауалау учреждениелары эшенең сифатына иң юғары баһаны Түбәнге Новгород, Грозный, Ҡазан, Өфө, Петербург, Төмән, Ырымбур, Новокузнецк, Пенза һәм Томск ҡалалары ҡуйған. Ошо исемлектең аҙағында Рязань, Силәбе, Яр Саллы, Ижевск, Пермь, Новосибирск, Әстерхан, Севастополь, Волгоград, Махачкала тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть