Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Рәзим Мәхийәнов «Башавтотранс»тың генераль директоры булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры вазифаһына конкурсты 4 июлдән предприятие етәксеһе вазифаһын башҡарыусы булып эшләгән Рәзим Мәхийәнов еңде. Ошо хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында хәбәр иттеләр. Республика Хөкүмәтендә аңлатыуҙарынса, белгес уның тәржрибәһен иҫәпкә алыу менән кризисҡа ҡаршы идара итеүсе булараҡ йәлеп ителде. Рәзим Заһит улы Мәхийәновтың биографияһы менән ошонда танышырға мөмкин. Май айында ошо вазифаны 2015 йылдың ноябренән эшләгән Тимур Аҡлаев бушатты.

«Башавтотранс» — республиканың иң ҙур автоташыусыһы. Дәүләт унитар предприятиеһының составына республика ҡалаларында һәм ауылдарындағы 22 филиал, 28 транспорт колоннаһы, 19 автовокзал, 6 автостанция һәм 59 касса пункты инә. Автобустар паркы — 1,9 мең. Предприятиеның устав капиталы — 1,52 миллиард һум. 2015 йылда табыш 2,57 миллиард һум тәшкил иткән, зыяндың күләме — 511 миллион һум, 2016 йылдың башына таҙа активтарҙың хаҡы — 1,15 миллиард һум.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть