Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Республика вәкилдәре халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионатында Рәсәй йыйылмаһы өсөн алтын һәм бронза яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Литваның Вильнюс ҡалаһында халыҡ-ара шашка буйынса Европа команда чемпионаты бара, унда Рәсәй йыйылмаһы тулыһынса Башҡортостан вәкилдәренән – «Башнефть» профессиональ клубы спортсыларынан төҙөлгән. Ир-егеттәр өсөн беренсе таҡтала – Александр Георгиев, икенселә –  Айнур Шәйбәков һәм өсөнсөлә Муродулло Амриллаев сығыш яһай. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа – команда капитаны Айгөл Иҙрисова һәм икенсе таҡтала Әлиә Әминова. Уҙған көндәрҙә тиҙ программа – рапидала миҙалдар отолдо. Рәсәйҙең ир-егеттәр йыйылмаһында алтын, ҡатын-ҡыҙҙарҙа – бронза. Бик яҡшы команда тактикаһы ир-егеттәргә алтын килтерҙе: Муродулло Амриллаев өсөнсө таҡтала уйнаны һәм командаға «алтын» мәрәйҙәр килтерҙе. Һөҙөмтәлә ете партияла уның 14 мөмкин мәрәйҙән 13 – алты еңеү һәм бер тигеҙ иҫәп.

Ярыштар 23 сентябргә ҡәҙәр дауам итә, был көндө классик программала еңеүселәр билдәләнәсәк, тип хәбәр иттеләр «Башнефть» ойошмаһы профессиональ шашка клубының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть