Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәтендә махсус эшсе төркөм климатты үҙгәртеү менән шөғөлләнәсәк

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Хөкүмәтендә махсус ведомство-ара эшсе төркөм климатты үҙгәртеү һорауҙары менән шөғөлләнәсәк. Тейешле бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Белгестәр төбәктә климат шарттарының үҙгәреш мәсьәләләрен тикшерәсәк. Эшсе төркөм булдырыуҙың маҡсаты – республика иҡтисадына кире һауа торошо эҙемтәләре ихтималлығын ваҡытында иҫкәртеү һәм саралар ҡабул итеү.

Яңы структураны Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Фәрхәд Самедов етәкләне. Республика Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов уның урынбаҫары итеп тәғәйенләнде, секретары – Башҡортостан Фәндәр академияһының Ер һәм нефть-газ технологиялары тураһында фәндәр бүлексәһе ағзаһы Әүфәр Гәрәев. Төркөмгә торлаҡ-коммуналь хужалығы, урман хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, сәнәғәт инновациялары, ауыл хужалығы, экология министрлыҡтары, Башгидромет, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы, Роспотребнадзор һәм башҡа ведомство етәкселәре инде.

Республика иҡтисадына миллионлаған зыян килтергән һуңғы ваҡытта йыш осраған тәбиғәт катаклизмдары – бик күп ҡар, ямғыр эшсе төркөм ойоштороуға сәбәп булып торҙо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть