Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт яҙыусыһы-сатирик Марсель Сәлимов Әстерханда Халыҡ-ара әҙәбиәт фестивале лауреаты булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/.

Әстерханда «Киттек! Әстерханға!» халыҡ-ара әҙәбиәт фестивале уҙҙы, унда Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең күренекле яҙыусылары, шағирҙары һәм публицистар ҡатнашты. Республикабыҙҙан башҡорт сатиригы, бихисап халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй ижади фестивалдәре лауреаты Марсель Сәлимов (Мар. Сәлим) булды.

Каспий буйында ошо мауыҡтырғыс мәҙәни сараны Әстерхан өлкәһе губернаторы хакимиәте, Мәҙәниәт министрлығы һәм Әстерхан казак ғәскәре булышлығында Интернациональ Яҙыусылар һәм журналистар союзы, Фантастик әҙәбиәт һәм кино эшмәкәрҙәре союзы, «Шико» һәм «Аэлита» нәшриәт йорттары, «Рәсәй ҡыңғырауы» журналы редакцияһы ойошторҙо.

Славян фентези жанрында «Волкодав» бестселлеры авторы Санкт-Петербургтан Мария Семенова төп саҡырылған ҡунаҡ булды. Шулай уҡ конвентта Интернациональ Яҙыусылар һәм журналистар союзы идараһы рәйесе, драматург һәм продюсер Александр Гриценко, «Бойондороҡһоҙ гәзит»кә әҙәби ҡушымтаның яуаплы мөхәррире урынбаҫары, шағир һәм тәнҡитсе Андрей Щербак-Жуков, Петербург яҙыусыһы Саша Кругосветов, шулай уҡ Әстерхандың ҡаурый оҫталары – яҙыусы-фантаст һәм шағир Андрей Белянин һәм яҙыусы, публицист, аҙна һайын сыҡҡан «Әҙәби гәзит»тең даими авторы Юрий Никитин ҡатнашты.

Фестиваль программаһы бай булды: әҙәби конкурстар, концерттар, яҙыусыларҙың сығыштары, шиғри уҡыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, йәш авторҙар өсөн семинарҙар. Ҡунаҡтар өсөн Әстерхан кремленә, Велимир Хлебниковтың йорт-музейына, теплоходта Волга буйлап экскурсиялар ойошторолдо.

«Мин Волга буйындағы ошо иҫ киткес ҡалала тәүгә булдым, бөтәһе лә оҡшаны, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Марсель Сәлимов. — Фестивалде ойоштороусылар беҙгә, яҙыусылар өсөн генә түгел, ә уҡыусылар, бөтә әстерхандар, китап уҡырға яратыусылар өсөн ысын байрам ойошторҙо. Нәҡ ошондай кешеләр өсөн мин Крупский исемендәге өлкә ғилми китапханаһына һәм Шаховский исемендәге йәштәр китапханаһына үҙемдең китаптарымды тапшырҙым да».

Әҙәби сараларҙа үҙенең сығыш һөҙөмтәләре буйынса билдәле башҡорт юморисы халыҡ-ара фестивалдең лауреаты булды. «Ата-бабалар иҫтәлеге» шиғри конкурсында ҡатнашып, Марсель Сәлимов «Үткер юмор өсөн» тигән махсус бүләк менән баһаланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть