Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса өҫтөнлөклө программа раҫланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан Хөкүмәте 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән «Республика моноҡалаларын комплекслы үҫтереү» өҫтөнлөклө төбәк программаһын раҫланы. Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығында аңлатыуҙарынса, программа 2018 йылдың аҙағына ҡалаларҙы барлыҡҡа килтереүсе предприятиелар эшмәкәрлеге менән бәйле булмаған туғыҙ меңдән ашыу эш урынын булдырыуҙы тәьмин итергә һәм 30 миллиард һумлап инвестиция йәлеп итергә тейеш.

Ошо программаның дөйөм финанслау күләме 8,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, шул иҫәптән федераль саралар – 800 миллион самаһы, төбәктеке – 1,8 миллиард, урындағы бюджет 120 миллиондан ашыу бүлергә тейеш. 5,8 миллиард һум бюджеттан тыш саралар булыуы ҡарала.

Программаға федераль кимәлдәге йөкләмәләр һәм урындағы башланғыстар инә. «Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәр моноҡала өсөн инвестиция сәйәсәтендә төп күрһәткестәрҙе билдәләне. Башҡортостан Хөкүмәте тейешле шарттарҙы республика дәүләт программаларына индереү юлы менән финанс ярҙам сараларын билдәләне. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса саралар сиктәрендә төҙөлөп ятҡан юбилей объекттары исемлегенә һәр моноҡаланың проекттары индерелде. Башҡортостан Башлығының йөкләмәләрен үтәү йәһәтенән үҙәк урамдарҙы ремонтлауға өҫтәмә финанслау бүленәсәк», — тип хәбәр иттеләр министрлыҡта.

Бынан тыш, бөтә моноҡалаларҙа ла «Биш төҙөкләндереү аҙымы» саралары башҡарыла. 2018 йылдың март айына ҡәҙәр парктарҙы, скверҙарҙы төҙөкләндереү, биналарҙы яңыртыу, фонтандар төҙөү буйынса 24 проектты ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть