Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов агросәнәғәт холдингы етәкселеге менән перспективалы инвестиция проекттарын тикшерҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов JVP холдингының директорҙар советы рәйесе Виктор Пичугов менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев, «Рус Игене Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Максим Степнов ҡатнашты.

JVP компанияһы профессиональ менеджмент, фонд баҙарында активтар менән ышаныслы идара итеү өлкәһендә махсуслаша, шулай уҡ иҡтисадтың реаль секторының төрлө өлкәләренә инвестицияларҙы тормошҡа ашыра. Әлеге ваҡытта JVP «Рус Игене Өфө» холдингының идара итеүсе компанияһы булып тора, был холдингка бер нисә ҡошсолоҡ фабрикаһы, Өфө икмәк продукттары комбинаты ҡарай.

Осрашыу барышында республиканың агросәнәғәт комплексында инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу, шул иҫәптән бройлер йүнәлешендәге предприятиеларҙы төҙөкләндереү, ҡатнаш аҙыҡ етештереү менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть