Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда тәүге тапҡыр башҡорт этник ижад конкурсы уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

27 сентябрҙә Башҡортостандың Әбйәлил районында беренсегә «Ҡыҙыл йәйләүе» башҡорт этник ижад конкурсы ойошторола. Сара музыкаль һәм мәҙәни традицияларҙы үҫтереү, сәсәндәрҙе, этник музыка ижад итеүселәрҙе, үҙешмәкәр композиторҙарҙы эҙләү һәм уларға ярҙам итеү, ижади ҡеүәттәрен үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сәсәндәр үҙәге.

Фестиваль барышында сәсәндәр араһында башҡорт ауыҙ-тел ижады бәйгеһе үтә. Унда Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 16 йәшкә тиклемге һәм унан өлкәнерәк һәүәҫкәр, шулай уҡ профессиональ сәсәндәр, шағирҙар, ауыҙ-тел ижады һәм йыр сәнғәте оҫталары, лаҡап һөйләүселәр ҡатнаша.

Шулай уҡ башҡорт этник музыкаһын ижади итеүселәр араһында конкурс уҙғарыла. Бәйгелә үҙешмәкәр композиторҙар, башҡорт этник көйҙәрен ижад итеүселәр өсөн инструменталь һәм вокаль жанр номинациялары ҡаралған.

Фестиваль программаһында — башҡорттарҙың сәсәнлек сәнғәте, биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм һөнәрҙәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре, район күргәҙмәһе — биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары конкурсы, ижади коллективтар һәм конкурсанттар ҡатнашлығында гала-концерт.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть