Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Үҙенсәлекле трофей Өфөлә — баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары футбол буйынса донъя чемпионаты кубогын күрә ала

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары FIFA футбол буйынса донъя чемпионаты кубогын күрә ала. Үҙенсәлекле трофейҙы Өфөгә дүшәмбе, 25 сентябрҙә, килтерәләр. Бындай сара 2018 йылғы футбол буйынса донъя чемпионаты алдынан тәүгә ойошторола.

Кубокты сәләмләү тантанаһы 27 сентябрҙә Салауат Юлаев майҙанында үтә.

29 һәм 30 сентябрҙә, шулай уҡ 1 октябрҙә теләгән һәр кем FIFA футбол буйынса донъя чемпионаты кубогын күрә һәм «МЕГА» сауҙа үҙәгендә легендар трофей менән фотоға төшә ала. Адресы: Рубежная урамы, 174. Сатырға сиратҡа тороп йәки махсус бушлай саҡырыу ҡағыҙҙары менән инергә мөмкин, уларҙы ҡаланың билдәле бер урындарында алып, проекттың сайтында теркәргә кәрәк (саҡырыуҙар таратылған урындарҙың исемлеге лә сайтта бирелгән).

Сара барышында махсус әҙерләнгән күңел асыу программаһында ҡатнашырға мөмкин.

Бынан тыш, Өфөлә рәсми кубокты билдәле футболсы Сергей Семак етәкселегендә «Өфө» футбол клубының спорт мәктәбенә, терәк-хәрәкәт итеү аппараты зарарланған балалар өсөн 13-сө махсус дөйөм белем биреү мәктәп-интернатына, шулай уҡ 16-сы гимназияға — күп функциялы спорт комплексы менән йыһазландырылған мәктәпкә алып барыу ҡаралған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть