Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Бер аҙна эсендә Википедия ирекмәндәре Башҡортостан хаҡында 60-тан ашыу яңы мәҡәлә яҙған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Википедияның рус телендәге бүлегендә «Башҡортостан аҙналығы» тамамланды. Ете көн дауамында теләгән һәр кем Башҡортостан географияһы, халҡы, мәҙәниәте, тарихы, иҡтисады, спорты хаҡында мәҡәләләр яҙҙы һәм булғандарын камиллаштырҙы, шулай уҡ Викикеләткә фотоһүрәттәр ҡуйҙы.

«Башҡортостан аҙналығы» «Европа төбәктәре аҙналығы» проекттар серияһының бер өлөшө булып тора. Уның маҡсаты — сифатлы һәм йөкмәткеле мәҡәләләр яҙыу, Википедияны тултырыу буйынса көстәрҙе туплау.

Проектта 20-нән ашыу ирекмән ҡатнашты. Уларҙың бер аҙна эшләү һөҙөмтәһе: 62 мәҡәлә яҙылған һәм 16-һы яҡшыртылған, бер шаблон, 91 һүрәт.

Тулыландырылған мәҡәләләр һәм ҡуйылған һүрәттәр һаны буйынса «Башҡортостан аҙналығы» йыл лидерҙарҙары иҫәбендә, яҙылған мәҡәләләр һаны буйынса исемлектең уртаһында, — тип хәбәр иттеләр Вики-марафонды ойоштороусылар.

«Башҡортостан аҙналығы»ның бөтә материалдары менән бында танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть