Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Төбәктә эш тәжрибәһе булмаған йәштәр менән аҙыраҡ ҡыҙыҡһына башлағандар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

HeadHunter рекрутинг компанияһы эксперттары һорау алыу үткәргәндән һуң эш биреүселәрҙең тәжрибәһе булмаған йәштәр менән аҙыраҡ ҡыҙыҡһына башлауҙарын асыҡлаған. 2015 йылда Рәсәй компанияларының 11 проценты тәжрибәһеҙ белгестәрҙе ҡабул итмәгән. Бөгөн уларҙың һаны 26 процент. Бының төп сәбәптәренең береһе — тейешле тәжрибәһе булмаған кандидаттарҙың амбициялары һәм ҙур хеҙмәт хаҡына өмөт итеүе.

Башҡортостанда эш биреүселәрҙең 38 проценты тәжрибәһеҙ кандидаттарҙы эшкә алырға әҙер. HeadHunter мәғлүмәттәре буйынса, бындай хеҙмәткәрҙәр өсөн уртаса эш хаҡы 27,5 мең һум тәшкил итә. «Дәүләт хеҙмәте», «Инсталляция» һәм «Топ-менеджмент» кеүек һөнәри өлкәләрҙә тәжрибәһеҙ белгестәрҙе бик алып бармайҙар. Башҡортостанда йәш белгестәрҙе айырыуса «Һатыуҙар», «Банктар» һәм «Административ персонал» өлкәләренә йәлеп итәләр.

Дөйөм алғанда, Рәсәй компанияларының 74 проценты тәжрибәһеҙ хеҙмәткәрҙе эшкә алырға әҙер. Бындай кандидаттарға һатыу, эшсе персонал, туризм, ресторан һәм ҡунаҡхана бизнесы өлкәһендә эшкә урынлашыу еңелерәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть