Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда айыуҙар йәнә видеоға эләккән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Мәҙәни миҙгел. Башҡортостан буйлап сәйәхәт» проектының ижади төркөмө Баймаҡ районынан айыуҙар төшөрөлгән уникаль кадрҙар алып ҡайтҡан. Видеояҙмала ике айыуҙың Талҡаҫ күленән алыҫ булмаған юл буйлап сабыуҙары күренә.

Ижади төркөм әйтеүенсә, йыртҡыстар ҡапыл килеп сыҡҡан, уларҙы камераға төшөрөргә бер нисә секунд ҡына ҡалған. «Мәҙәни миҙгел. Башҡортостан буйлап сәйәхәт» проектының Баймаҡ районына арналған сираттағы сығарылышы «Россия1.Башҡортостан» телеканалында ошо арала эфирға сыға.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть