Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

XXVII Халыҡ-ара Аксаков байрамында өфөләрҙе ниндәй саралар көтә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

28-30 сентябрҙә Өфөлә йолаға әүерелгән XXVII Халыҡ-ара Аксаков байрамы ойошторола. Уны үткәреү тураһында бойороҡ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт сайтында баҫылған.

Документҡа ярашлы, байрамды ойоштороу комитеты булдырылған һәм саралар планы раҫланған. Мәҙәниәт министрлығына 2017 йылдың 30 сентябренән 2018 йылдың 30 сентябренә тиклем «Ал сәскә» республика акцияһын уҙғарыу бурысы йөкмәтелгән.

28 сентябрҙә Өфө районындағы «Ҡыҙыл Яр» рус тарихи-мәҙәни үҙәгендә яҙыусының «Записки ружейного охотника» китабы буйынса интерактив күргәҙмә асыла. «Аксаковтар ғаиләһе миҫалында Рәсәй гражданын формалаштырыуҙа традицион ғаиләнең роле» тигән темаға йәштәр түңәрәк өҫтәлен ойоштороу ҡаралған.

29 сентябрҙә Өфө, Ҡырмыҫҡалы һәм Бәләбәй райондарында байрам саралары үткәрелә.

30 сентябрҙә Өфө мәктәптәрендә Аксаков дәрестәре, Мемориаль Йорт-музей буйлап экскурсия планлаштырылған. Аксаков исемендәге баҡсала халыҡ байрамдары, Аксаков һәйкәленә сәскә һалыу була. Башҡорт опера һәм балет театрында кисәне асыу тантанаһы һәм «Ал сәскә» балетының премьераһы уҙа.

Теги: байрамдар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть