Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала Оло йәштәгеләр көнөнә «Көмөш Өфө» конкурсы уҙа

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Оло йәштәгеләр көнөнә оло йәштәге граждандар араһында «Көмөш Өфө» ҡала матурлыҡ конкурсы уҙасаҡ. Бәйгене баш ҡала хакимиәте, Өфөнөң һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары (пенсионерҙары) ойошмаһы, «VERA/UFA» арт-ательеһы ойоштора.

Ҡатнашыу өсөн Өфө биләмәһендә даими йәшәүсе һәм шунда теркәлгән 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60-ты уҙған ир-аттар саҡырыла.

Конкурс ике этаптан торасаҡ. Һайлап алыу туры 25-27 сентябрҙә Иҡтисад һәм сервис институтында ( Чернышевский урамы, 145) үтә. Ҡатнашыусылар «Минең тормошом» үҙең менән таныштырыу, «Көмөш» стиль» дөйөм дефиле һәм «Ижади конкурс» кеүек конкурс эштәрен үтәргә тейеш. Конкурстың финалы 5 октябрҙә «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында уҙа.

Ҡатнашыуға ғаризалар kingdomelena@mail.ru электрон почтаһына, (347) 235-84-89 һандары буйынса факсҡа, шулай уҡ Октябрь проспекты, 114/1 адресы буйынса 3-сө бүлмәлә ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 235-97-66. Конкурс положениеһы ҡала хакимиәте сайтында бирелгән.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, пенсионерҙарҙы ҡаланың мәҙәни һәм ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашыуға йәлеп итеү, оло йәштәге граждандарҙа тормошҡа әүҙем ҡараш, күтәренке тормош ҡоролоштарын формалаштырыу, шулай уҡ йәштәргә өлгө алыу – уңышҡа йүнәлтелгән әүҙем, белемле, рухи яҡтан үҫешкән шәхес өсөн заманса эталондар булдырыу конкурстың төп маҡсаттары булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть