Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Вил Ғабдуллин Рәсәйҙә хәрби сәнғәт буйынса берҙән-бер 36 тапҡыр донъя чемпионы булды

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Италияның курорт ҡалаһында Bellaria-lgea Marina-Rimini-lTALY спорт комплексында Touchsparring W.A.S.C.O. хәрби сәнғәт буйынса 11-се донъя чемпионатын асыу тантанаһы үтте. Чемпионатта Рәсәй йыйылма командаһында Башҡортостан спортсыһы Вил Ғабдуллин ҡатнашты. W.A.S.C.O. президенты Гранд-мастер 9 Дан Джани Царрицу чемпионатты асыу тантанаһында Вил Ғабдуллинға Италия Һәм Рәсәй халыҡтары араһында дуҫлыҡты нығытыу, донъяла хәрби сәнғәтте популярлаштырыу һәм пропагандалау өсөн иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Вил Ғабдуллин донъя чемпионатында бик яҡшы сығыш яһаны, алтын миҙал яуланы һәм Рәсәйҙә хәрби сәнғәт буйынса берҙән-бер 36 тапҡыр донъя чемпионы булды. Донъя чемпионатында 15 илдән 350-нән ашыу спортсы ҡатнашты, ул тачспаринг, каратэ, теквондо, кунг-фу һәм предметтарҙы ватыу кеүек бүлектәрҙә уҙҙы. Бөтә судьялар ҙа ҡорал (нунчаки, метрлы таяҡ) менән чемпион сығышын юғары баһаланы. Мурманск, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Өфө спортсыларынан торған Рәсәй йыйылмаһы чемпионатта уңышлы сығыш яһаны, 25 миҙал яуланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть