Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Ҡырым Хөкүмәте Евпаториялағы балалар шифаханаһын Башҡортостанға тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итте

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Ҡырымдың Министрҙар советы Евпаториялағы балалар һәм ата-әсәләре менән балалар өсөн «Юбилей» кардиология клиник шифаханаһын бушлай Башҡортостанға тапшырҙы.

Ҡарар Ҡырым Хөкүмәте ултырышында ҡабул ителде. Балалар һаулыҡ йортон Башҡортостандың дәүләт милкенә тапшырыу буйынса бөтә процедуралар ҙа 2017 йылдың 21 декабренә ҡәҙәр тамамланырға тейеш, тиелә ҡарарҙа.

Республика 2004 йылда төҙөкләндерелгән ике һәм өс ҡатлы корпустар комплексына эйә буласаҡ. Һаулыҡ йорто биләмәһендә парк, кинотеатр, спорт майҙансығы, сауна, китапхана, корттар, бейеү майҙансығы, медицина пункты, автостоянка урынлашҡан.

Ҡырым Башҡортостанға тапшырасаҡ Евпаториялағы «Юбилей» шифаханаһын төҙөкләндергән һуң ул Рәсәй Федерацияһында иң яҡшы балаларҙы сәләмәтләндереү учреждениеларының береһенә әйләнергә тейеш. Был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡырым Башлығы Сергей Аксенов менән осрашыу барышында белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть