Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Филофонистар клубы менән таныштырыу була

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Филофонистар клубы менән таныштырыу була. Республикала академик музыканы популярлаштырыу кәрәклеге хаҡында Өфө филофонисы Радислав Гәрәев менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һөйләне.

Өфө Филофонистар клубы менән таныштырыу сараһы 21 сентябрҙә Башҡорт филармонияһының Кесе (Орган) залында үтә. Киләсәктә уникаль яҙмаларҙы күрһәтеү менән филофония темаһына берләштерелгән лекция-концерттар циклы ойоштороласаҡ. Республика етәкселеге Өфө ҡалаһының Йәштәр китапханаһында заманса фонотеканы йыһазландырырға ҡарар итте. Унда элекке яҙмалар йыйыласаҡ, уның менән бар теләүселәр ҡуллана аласаҡ.

Өфө Филофонистар клубын 1976 йылда мауығыусы коллекционерҙар ойошторған. Ул Резина-техник изделиелар заводы Мәҙәниәт һарайында урынлашҡан. Клубта 100-гә яҡын кеше торған, улар иғәнәләр түләгән, был элекке винил пластинкаларын һатып алыу хоҡуғы биргән. Аҙна һайын өс секция: классик, джаз һәм популяр музыка буйынса лекциялар уҙғарылған. Әммә 1994 йылда бүлмәне бушлай ҡуртымға биреү бөтөрөлә һәм клуб эшен туҡтата.

Белешмә. Филофония – ул грампластинкаларҙа һәм магнит таҫмаларҙа тауыш яҙмаларын коллекцияға йыйыу. Филофонист материал эҙләү, һаҡлау һәм уны каталогка йыйыу менән шөғөлләнә.

Теги: музыка
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть