Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Әйтмәмбәт ауылындағы мәктәп Башҡортостанда 100 юбилей объектын төҙөү программаһына ингән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Архангел районында республиканың 100 йыллығына арнап Әйтмәмбәт ауылында башланғыс дөйөм белеү биреү мәктәбен төҙөү күҙаллана. Әле унда эшләп килгән мәктәп бинаһы күптән инде иҫкергән.

Балалар һәм уҡыусылар кәрәкле бөтә шарттар булдырылған яңы бинала шөғөлләнеүгә лайыҡ, тип иҫәпләйҙәр Архангел районы хакимиәтендә.

«Әлеге ваҡытта объект буйынса мәғлүмәттәр йыйыу бара, ағымдағы йылда проект-смета документтарын әҙерләү күҙаллана», — тип һөйләне төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм муниципаль һатып алыуҙар бүлеге етәксеһе Семен Дунаев.

Уҡыу йорто 60 балаға иҫәпләнәсәк. Унда шулай уҡ 40 урынлыҡ балалар баҡсаһын урынлаштырыу күҙаллана.

Бер нисә йыл элек Әйтмәмбәттә буласаҡ мәктәп нигеҙе өсөн свайҙар ҡағыла, әммә аҡса булмау сәбәпле төҙөлөш туҡтатыла. Бөгөн «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект» республика акцияһы сиктәрендә проектты ғәмәлгә ашырыу һәм 2019 йылға ауыл халҡына ҡиммәтле бүләк тапшырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

Бер йыл элек республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың 100 йыллығына арналған ҙур акция уҙғарыу башланғысы менән сығыш яһаны. Республиканың юбилейына ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа яңы мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт объекттарын, социаль, юл һәм инженер инфраструктураларын төҙөү күҙаллана. Билдәләп үтергә кәрәк, юбилей төҙөлөштәрен һайлау инициативаһы республика халҡында булды.

Теги: төҙөлөш
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть