Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Бөтә донъя Фольклориадаһына тәүге арт-объекттар барлыҡҡа килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда 2020 йылғы Бөтә донъя Фольклориадаһына арналған тәүге арт-объекттар барлыҡҡа килде. Ишембайҙа башҡорт халҡының тарихын һәм йолаларын сағылдырыусы өс скульптура ҡуйылды. «Аҡбуҙат», «Көй» һәм «Урал батыр» башҡорт эпостары һәм риүәйәттәре мотивтары буйынса эшләнгән һәм башҡорт халҡының рухын символлаштыра.

Һындар заманса технологиялар ҡулланып, 10 миллиметр ҡалынлыҡтағы ҡоростан ҡырҡып алынған. Өс арт-объекттан торған ансамбль Ишембай ҡалаһының үҙәгендә Ленин проспекты буйынса урынлашҡан һәм ҡаланың торошона бик килешеп тора. Яңы объекттар Ҡала көнөнә эшләнгән, тип хәбәр итә «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы.

Проекттың авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Ишембай картина галереяһы директоры Рафаэль Ҡадиров. Уның етәкселегендә бер төркөм рәссамдар һәм скульпторҙар командаһы: Дим Ғөбәйҙуллин, Илнур Ильясов, шулай уҡ «ИНМАН» акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре эшләгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть