Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала 3 миллион тоннанан ашыу иген йыйылған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда 3,16 миллион тонна иген йыйылған, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында. Бөртөклөләр майҙандарҙың 80 процентында сабылған (1,46 миллион гектар) һәм 80 процентында һуғылған. Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Бәләбәй, Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр һәм Белорет райондары аграрийҙарына 10 проценттан кәмерәк йыйып алырға ҡалған. Яҡшы иген урыу тиҙлегенә һәйбәт һауа торошо ла булышлыҡ итә, тип билдәләнеләр ведомствола.

Бөгөн төбәк буйынса уңыш гектарынан 22,1 центнер тәшкил итә. Уңыш буйынса иң юғары күрһәткестәр Саҡмағош (гектарынан 37,6 центнер), Стәрлетамаҡ (32 центнер) һәм Мәләүез (31 центнер) районы хужалыҡтарында.

Стәрлетамаҡ районы предприятиелары – 163,2 мең тонна, Мәләүез – 149,5 мең тонна, Баймаҡ – 133,7 мең, Саҡмағош – 115,7 мең, Көйөргәҙе – 110,5 мең, Илеш – 106,1 мең, Хәйбулла – 102,7 мең, Ауырғазы 102,2 мең тонна иген һуғып алған.

Белгестәрҙең мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылда уңыш былтырғыға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, әммә сифаты бер аҙға түбәнерәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть