Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Талант ас булырға тейеш» - тип иғлан итте Өфөлә Театр төнө

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Талант ас булырға тейеш» — тип иғлан итте Өфөлә Театр төнө. Ҡарауанһарайҙа кешеләрҙе сағыу банерҙар менән ҡыҫтап саҡырып, шәхси Өфө театр труппалары артистары иң популяр күмәк кеше ҡатнашлығындағы акцияға – Театр төнөнә саҡырҙы. МенЯ, The Театр исемендәге театр миниатюралары оҫтаханалары өсөн хатта магазиндар ҙа майҙансыҡҡа әйләнде.

Ғәҙәти сараға әүерелгән мәҙәни проектҡа республиканың бөтә театр коллективтары йәлеп ителгәйне. Һәр ваҡыттағыса, театр төркөмдәре актерҙары үҙҙәренең программаларына ғәғәт ҙур үҙенсәлеклелек һәм күтәренке кәйеф һалғайны, театр цехтары – костюмерҙар, реквизиторҙар, гримлаусылар ҙа ситтә ҡалманы. Башта театрҙар сараға йыйылғандарҙы үҙҙәренең майҙансыҡтарында сәләмләп, аҡрынлап фойеға һәм залдарға индерҙе.

«Акция йыл һайын уҙғарыла, бының халыҡҡа нисек ҡыҙыҡ булыуын күрәбеҙ. Яңыраҡ Өфөлә үткән «Туғанлыҡ» фестиваленән һәм гастролдәрҙән ни тиклем арыһаҡ та, кәйеф эшләргә кәрәк. Нисәнсе йыл инде акцияның һөҙөмтә биреүенә һәм тамашасының спектаклдәргә бушлай ғына түгел, билеттар һатып алыуына ышанабыҙ», — тип һөйләй Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров.

Сараға килгәндәр интерактив тамашаларҙа, пьесалар уҡыуҙа ҡатнашты, образдарҙа булып, костюмдар кейеп ҡараны, фотозоналарҙа төштө. Атап әйткәндә, Башҡорт драма театрында өфөләр «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» спектакленән тылсымлы тәхеткә, «Хыялый» спектакленән велосипедҡа ултырып ҡарай, «Хыялға ҡаршы» спектаклендәге «аҙыҡтан» ауыҙ итә алды. Актерҙарҙың ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар кумирҙары менән туранан-тура аралашыу мөмкинлегенә эйә булды.

«Театр төнөнә беҙ тәүге тапҡыр балаларға күрһәтеү, уларға театрға ҡарата һөйөү уятыу өсөн бөтә ғаиләбеҙ менән килдек. Студент йылдарында бында йыш була торғайныҡ, ғәҙер ошоно иҫкә алдыҡ», — тип һөйләне тамашасы Гөлнара Самсонова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть