Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Башлығының телдәр тураһындағы ҡарары республиканың дәүләт телдәрендә ихтыяжлы әҙәбиәтте сығарыуға йоғонто яһаясаҡ – «Китап» нәшриәте директоры

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың сығарған «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында»ғы ҡарарына аңлатма бирҙе. Республиканың төп дәүләт нәшриәт йорто директоры уның көнүҙәк һәм ваҡытлы булыуын билдәләй.

«Ҡарар китап нәшер итеү өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрендә, республикала йәшәүсе халыҡтарҙың туған телдәрендә ихтыяжлы, конкуренцияға һәләтле әҙәбиәтте артабан да сығарыуға, шулай уҡ бер үк ваҡытта нисә телдәге текстар менән сыҡҡан китаптарҙың һанын арттырырға тәьҫир итәсәк».

Уҡыусы аудиторияның әҙәбиәт менән тәьмин ителеше туған һәм башҡа телдәрҙе ирекле өйрәнеү, йәш быуында республикала йәшәүсе бөтә халыҡтарҙың тарихына, мәҙәниәтенә, йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү өсөн шарттар булдыра, тип иҫәпләй Илһам Йәндәүләтов.

«Китап нәшер итеүселәр өсөн Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтарының телдәрен һаҡлап ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән республика Башлығының гранттары буйынса төрлө проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге ҙур әһәмиәткә эйә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды нәшер итеүсе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть