Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Рәсәй Башҡортостан радиоһы» тыңлаусыларҙы самауыр менән иртәнге сәйгә саҡыра

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Бөгөн «Рәсәй Башҡортостан радиоһы» тулҡындарында тәүге тапҡыр «Самауыр» тигән яңы иртәнге, интерактив, мәғлүмәт-күңел асыу тапшырыуы яңғыраны.

Алып барыусылар Константин Бережной һәм Айгөл Кантюкова яңы көндө республика халҡы менән бергә ҡаршы алды, уларҙы яҡшы хәбәрҙәр менән ҡыуандырҙы һәм матур йырҙар бүләк итте.

«Самауыр» иртәнге каналының эфирға сығыуы — «Рәсәй Башҡортостан радиоһы» тарихында яңы этап. Ваҡыт үтә, радиобыҙ ҙа үҙгәрә, ни тиһәң дә, уға 90 йыл тула. Беҙҙең программала бик күп ҡыҙыҡлы һәм танып белеү рубрикалары буласаҡ. Һәр эфирҙа бүләктәр уйнатыу ҡаралған, бөгөн киноға билет ине. Иртә һайын беҙҙең тапшырыуҙы тыңлағыҙ!» — тип һөйләне «Самауыр» проектының алып барыусыһы Константин Бережной.

Әңгәмәгә тыңлаусылар ҙа ҡушыла ала, иң әүҙемдәре иһә «Башҡортостан» телерадиокомпанияһынан бүләктәр отасаҡ. Иртәнге эфирҙа (347) 272-85-47 телефоны буйынса шылтыратып ҡатнашырға мөмкин. Программа 89,5 FM йышлығында эш көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән 9-ға тиклем эфирға сыға.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть